Үҙағас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙағастың 16 төрө:
1. Ҡарағай Pinus sylvestris
2. Шыршы Picea abies
3. Ҡарағас Larix decidua
4. Артыш Juniperus communis
5. Уҫаҡ Populus tremula
6. Күгағас (Граб)Carpinus betulus
7. Ҡайын Betula pubescens
8. ерек Alnus glutinosa
9. Бук ағасы Fagus sylvatica
10. Имән Quercus robur
11. Ҡарама Ulmus glabra
12. Һары сейә ағасы Prunus avium
13. Груша (Армыттирәк) Pyrus communis
14. Саған Acer platanoides
15. Йүкә Tilia cordata
16. Ҡорос ағас Fraxinus excelsior
1 2 3 4
5 6 7 8
9 10 11 12
13 14 15 16
Үҙағастың ҡабат эшкәртелеү мөмкинлеген күрһәтә торған Халыҡ -ара код билдәһе

Үҙағас:

  • көнкүрештә һәм техникала үҙағас тип ағастың ҡабығы аҫтында ятҡан өлөшөн атайҙар;
  • Ботаникала үҙағас, йәки ксилема тип прокамбий йәки камбийҙан (күшкә) барлыҡҡа килә торған үҫемлек туҡымаһын атайҙар.
  • техникала, ГОСТ 23431-79 буйынса: ағас олондарының, ботаҡтарының һәм тамырҙарының ҡабығы менән үҙәге араһында урынлашҡан икенсел туҡымалар йыйылмаһын (үткәреүсе, механик һәм запаслаусы)атайҙар.

Иң боронғо ҡаҙылма ағас тоҡомдары 2011 йылда Канаданың Нью-Брансуик провинцияһында табылған. Был ағастар үҫкән боронғо урманға сама менән 395—400 миллион йыл[1].

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағас олононоң төп өлөшө үҙағастан тора. Ул төрлө формалағы һәм ҙурлыҡтағы күҙәнәктәрҙән төҙөлгән.

Күп күҙәнәктәрҙең тышсалары ҡалын булып, уларға ныҡлыҡ биреүсе матдәләр һеңгән. Үҙағас составында торба һымаҡ оҙон көпшәләр бар.

Уның йыуанлығы үҙағасты ҡулса кеүек уратып алған камбий (күшкә) тип аталған күҙәнәктәр ҡатлауының тереклек эшмәкәрлегенә бәйле.

Камбий — йоҡа тышсалы, тар ғына оҙон бер ҡат күҙәнәктәр ҡатламы. Ағасты әрсегәндә, тышсалар йыртылып, камбий күҙәнәктәрендәге шыйыҡса ағып сыға һәм үҙағастың өҫтөн еүешләй.

Камбий һабаҡ тереклегендә ҙур роль уйнай. Уның күҙәнәктәре бүленеп, камбийҙың ике яғында ла яңы күҙәнәктәр ҡатламы барлыҡҡа килтерә.

Ҡабыҡ яғына йүкәлектең яңы күҙәнәктәре, ә үҙағас яғына үҙағастың яңы күҙәнәктәре ултыра бара. Шуға күрә камбийҙы яһаусы туҡыма тип атайҙар. Ул һабаҡтың (олондың) йыуанлыҡҡа үҫеүен тәьмин итә.

Камбий күҙәнәктәренең бүленеүе арҡаһында ағастарҙың, ҡыуаҡтарҙың һәм күп йыллыҡ үләндәрҙең һабаҡтары йыуаная. Олононоң әйләнәһе 10 метрға еткән бик ҡарт имәндәр барлығы билдәле.

Һабаҡ (олон) йыуанлыҡҡа йылдың йылы ваҡытында, камбий күҙәнәктәре бүленгән саҡта үҫә. Камбий күҙәнәктәре бүленгән осорҙа үҙағас күҙәнәктәре йүкәлек күҙәнәктәренә ҡарағанда күберәк барлыҡҡа килә.

Көҙ аҙағында камбийҙа тынлыҡ осоро башлана. Яҙын, һут хәрәкәте башланғас та, камбий яңынан бүленә башлай. Камбийҙың яҙ көнө бүленгән күҙәнәктәренән үҙағаста сағыштырмаса йоҡа тышсалы киң аралы көпшәләр барлыҡҡа килә.

Ә көҙ барлыҡҡа килгән яңы көпшәләр күпселек ағастарҙа тар, аралы һәм ҡалын тышсалы була.

Үҙағас күҙәнәктәренең яҙ, йәй һәм көҙ барлыҡҡа килгән бөтә ҡатламдары йыллыҡ үҫеү балдағын тәшкил итә .

Көҙгө ваҡ күҙәнәктәр үҙағастың киләһе йылғы яҙғы эре күҙәнәктәренән айырылып тора. Шуға күрә үҙағастың арҡыры киҫемендә йәнәш ятҡан йыллыҡ балдаҡтар араһындағы сик күп ағастарҙа яҡшы күренә.

Лупа ярҙамында йыллыҡ балдаҡтар һанын иҫәпләп, бысылған ағастың йәки киҫелгән ботаҡтың йәшен билдәләргә мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы бер имән ағастары 1000 йылға тиклем йәшәй.

Йыллыҡ балдаҡтарҙың киңлегенә ҡарап, ағастың төрлө йылдарҙа ниндәй шарттарҙа үҫкәнен белергә була. Йыллыҡ балдаҡтарҙың тар булыуы дымдың етешмәгәнлеген, ағастың күләгәлә үҫеүен, уның насар туҡланыуын күрһәтә.

Йыллыҡ балдаҡтарға ҡарап, яҡтылыҡтың ҡайһы яҡтан төшкәнен дә билдәләп була. Йыллыҡ балдаҡтар ғәҙәттә ағастың көньяҡҡа ҡараған яғында киңерәк, ә төньяғында тарыраҡ була.

Был ағас олононоң төньяҡҡа ҡараған яғында камбий күҙәнәктәренең насарыраҡ үҫеүе менән аңлатыла. Бында улар төньяҡтан иҫкән һыуыҡ ел тәьҫиренә йышыраҡ дусар ителә һәм ҡояш та аҙыраҡ йылыта.

Һыу менән минераль матдәләр тамыр көпшәләре буйлап юғары күтәрелә. Тамырҙан үҙағас буйлап һабаҡтың эсенән өҫкә күтәрелә, япраҡтарҙа тармаҡлана. Һыу япраҡтарға бына ошо көпшәләр буйлап күтәрелә лә инде.

Һыуҙы үткәреүсе туҡыма күҙәнәктәренең стенкалары ҡартая барған һайын, аҡрынлап уларға химик составы менән целлюлозага яҡын торған тығыҙ матдә — лигнин һеңә. Ағасты төҙ тотоусы, уның ҡатылығын һәм ныҡлығын нәк ошо лигнин билдәләй.

Үҙағастың үҙсәнлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙағастың төп һәм иң мөһим үҙсәнлектәре:

  1. Механик:тығыҙлыҡ, ныҡлыҡ, ҡатылыҡ, һығылмалылыҡ, сағыштырма һуҙылыусанлыҡ, эксплуатациялау буйынса һәм технологик ҡылыҡһырлама, туҙыуға ҡаршы тороу, нығытҡыстарҙы тотоп тороу һәләтлеге;
  2. Физик: тышҡы торошо (текстура, ялтырауығы, төҫө), дымлылыҡ , һыу һеңдереүсәнлек, дым тартыусанлыҡ, тығыҙлыҡ), ағастың йылылыҡ үткәреүсәнлеге, звуковые (акустик ҡаршылыҡ,тауыш үткәреүсәнлек), электрик сифаттар (диэлектрик үҙсәнлектәре, электр үткәреүсәнлек, электрик ныҡлыҡ);
  3. Химик үҙсәнлектәре.

Үҙағас анизотроп материал булып тора. Йәғни, сүстәренең йүнәлешенә ҡарап үҙсәнлектәре төрлөсә була. Мәҫәлән, сүстәр буй булғанында арҡыры булғанға ҡарағанда кибеп кәмеү әҙерәк була. Шулай уҡ, сүстәр радиаль йүнәлештә булғанында тангенталь йүнәлештәгенән кибеп кәмеү әҙерәк була.

Сүстәренең йүнәлешенә ҡарап, һыу һеңдереүсәнлек, дым үткәреүсәнлек, тауыш үткәреүсәнлек һәм башҡа сифаттары ла ныҡ айырыла.

  • Үҙағастың ныҡлығы — механик йөкләнеш тәьҫиренән емерелеүгә ҡаршы тора алыу һәләтлеге. Ҡыҫылыуға, йөкләнеш йүнәлеше буйынса буйға һәм арҡырыға тартылыуына ҡарап ныҡлыҡтың төрҙәрен айыралар; статик бөгөл.
  • Үҙағастың ҡатылығы — уға үҙенән ҡатыраҡ әйберҙең үтеп инеүенә ҡаршы тора алыу һәләтлеге. способность древесины сопротивляться внедрению в неё более твёрдого тела. Үҙағастың ҡатылығы билдәләү буйынса Янка тесты була.
  • Туҙыуға ҡаршы тороусанлыҡ — үҙағастың ышҡылғанда өҫкө йөҙөнөң емерелеүенә ҡаршы тора алыусанлығы. Бүрәнәнең өҫкө йөҙө уның осона карағанда нығыраҡ ашала. Еүеш үҙағас ҡороһона ҡарағанда нығыраҡ ашала.
  • Ағастың дымлылығы. Үҙағастың абсолют һәм сағыштырмаса дымлылығын айыралар.
    • Абсолют еүешлек —үҙағастағы дым менән абсолют ҡоро үҙағас массалары сағыштырмаһының проценттарҙа күрһәтелгән ҡиммәте (Әгәр өлгө өсөн алған 300 г үҙағас кипкәндән һуң 200 г-ға ҡалһа, абсолют еүешлек (300—200)/200*100 % = 50 % була)
    • Сағыштырмаса еүешлек —үҙағастағы дым менән сей үҙағас ауырлыҡтары сағыштырмаһының проценттарҙа күрһәтелгән ҡиммәте.

(Әгәр өлгө өсөн алған 300 г үҙағас кипкәндән һуң 200 г-ға ҡалһа, сағыштырма еүешлек (300—200)/300*100 % = 33 % була)

Үҙағастағы дым ошолай билдәләнә: еүеш материалдан алынған өлгөнөң массаһы үлсәнә, унан үлсәнгән өлгө 100—105 °С температуралағы киптереү бүлмәһенә ҡуйыла.Шунан кипкән өлгөнө үлсәйҙәр. Массаларҙағы айырма өлгөләге дым(һыу) миҡдарын күрһәтә.

Практикала иң мөһиме үҙағастың сағыштырмаса еүешлеге. Тап шул күрһәткес үҙағастың ниндәй ҙә булһа технологик операцияға яраҡлығын билдәләй. Мәҫәлән, йәбештереү өсөн иң ҡулай сағыштырма еүешлек 4—6 %. Үҙағастың кибеүе начинается при относительной влажности менее 30 % түбәнерәк сағыштырмаса еүешлектә башлана. Үҙағастың бәшмәктәр тарафынан зарарланыуы 22 % -ан 80 %-ҡа тиклемге сағыштырмаса еүешлектә мөмкин була)

Сағыштырмаса еүешлек буйынса үҙағасты ошондай категорияларға айыралар:

  • сей — 23 % и более
  • ярым ҡоро — 18—23 %
  • воздушно-сухая — 12—18 %
  • ҡоро — 6—12 %.
Үҙағастың абсолют еүешлек (дымлылыҡ) дәрәжәһе[2]
Исемлек Абсолют еүешлек в % Шарттары

еүеш үҙағас

более 100 % һыуҙа оҙаҡ ятҡан
яңы ҡырҡылған 50—100 %
Воздушно-сухая 15—20 % һауала оҙаҡ һаҡлау
Комнатно-сухая 6—10 %
Абсолют ҡоро 0 %

Ниндәй айҙа булыуына ҡарап яңы ғына ҡырҡылған(сей) бүрәнәнең еүешлеге (абсолют ҡоро үҙағасҡа ҡарата проценттарҙа )[3]

Үҙағастың тибы / Ай 01 02 03 04 05 06 07 08 09 10 11 12
Ҡарағай:сөсөк(заболонь) 122 116 135 153 102 102 109 100 96 119 123 123
Ҡарағай: ядро 33 33 35 33 33 32 31 31 33 34 32 34
уртаса күрһәткес 83 86 89 92 85 84 85 80 84 92 94 97

Үҙағас ни тиклем еүешерәк (сейерәк) булған һайын, уны сәнәғәттә ҡулланыу шул тиклем ҡатмарлыраҡ. Сей үҙағасты йәбештереүе ҡыйын. Әгәр сәнәғәттә сей үҙағас ҡулланһаң, ул кипкән һайын ярыла башларға мөмкин. Таҡталар араһында ярыҡтар барлыҡҡа килә башлай. Шуның өсөн дә, ҡуллана башлар алдынан үҙағасты киптереп алырға кәрәк. [4][5][6].

  • Дым тартыусанлыҡ (гигроскопичность)— мөхиттән дым йотоу үҙсәнлеге.

Был үҙсәнлек үҙағастың еүешлегенә бәйле. Ҡоро үҙағас еүешенә ҡарағанда дымды күберәк йота. Дымланыуға ҡаршы тора алһын өсөн материалды майлы шал, эмаль йәки лак менән ҡаплайҙар. Шулай уҡ, йотолған дым микдары үҙағастың тоҡомона бәйләнмәгән тиерлек. Үҙағас йота алған иң ҙур (максималь) дымлылыҡ мөхит температураһы 20°С булғанда 30 % (абсолют) тәшкил итә һәм ағас тоҡомона ҡарамай тиерлек [7]. Һыу йотоусанлыҡтан айырмалы, дым йотоусанлыҡ күҙәүлелегенә (пористость) ҡарамай.

  • Һыу йотоусанлыҡ (Водопоглощение) — һыу эсендә ятҡан материалдың һыуҙы йотоу үҙсәнлеге. Үҙағастың һыу йотоусанлыҡ уның күҙәүлелегенә (көпшәләренә) бәйле.

Дым йотоусанлыҡҡа ҡарағанда, был осраҡта үҙағастың еүешлеге 30 % -тан артып китә.

  • Күҙәүлелек (Пористость)— көпшәләре күләменең уҙағастың дөйөм күләменә сағыштырмаһы. Төрлө тоҡом үҙағастарҙың күҙәүлеге бер төрлө булмай. Дәүмәле 30—80 % араһында тирбәлә.
  • Үҙағастың шешеүе (Разбухание), бурһыуы. Материал оҙайлы ваҡыт ныҡ дымлы һауала торғанында күҙәтелә.
  • Кибеү — киптергәндә материалдың үлсәмдәре кәмеүе. Кибеү һөҙөмтәһендә үҙағас сатнай, ярыҡтар барлыҡҡа килә.
  • Салшайыу, ҡалтайыу (коробление) үҙағас тигеҙһеҙ кипкәндә күҙәтелә.

Үҙағастың тышҡы яғы үҙәгенә ҡарағанда тиҙерәк кибә. Шуға, материалды киптергәндә технология күҙәтелмәһә, үҙағас салышая, ҡалтая. Үҙағас кипкәндә ҡалтайыу бөтә йүнәлештәпҙә лә бер төрлө булмай. Сүстәр йүнәлешендә бик әҙ генә була. Яҡынса 0,1 %. Ә сүстәрҙең арҡырыһына үҙгәрештәр баштағынан 5—8 % -ҡа тиклем айырмаға килтерә ала.

Бынан тыш, ҡалтайыу йыш ҡына үҙағастың ярылыуына ла алып килә. Ә был материалдың сифатын боҙа һәм унан эшләнеүсе әйберҙең баһаһын төшөрә.

Материалды киптергәндә һәм әйберҙе эшләгәндә технологияға таяныу, тейешле техник сараларҙы ҡулланыу ҡалтайыуҙан һәм ярыҡтар барлыҡҡа һаҡлай. Мәҫәлән, бүрәнәнең буйлап, буйына бысымдар эшләп була. Был ысул үҙағас кипкәндә барлыҡҡа килгән көсөргәнеште бөтөрә.

  • Ярылыу, сатнау (Растрескивание )— үҙағастың эске һәм тышҡы өлөштәренең тигеҙ кипмәүенән килеп сыҡҡан күренеш. Дымдың парға осоуы, үҙағас мөхиттең билдәле температураһына һәм дымлылығына ярашлы дәүмәлгә еткәнсе дауам итә.
  • Йылы үткәреүсәнлек.Башҡа төҙөлөш материалдарынан айырмалы, үҙғастың йылы үткәреүсәнлеге әҙерәк. Ошо үҙсәнлегенә күрә уны йылы тотоу өсөн йорттарҙы көпләүҙә .файҙаланалар.
  • Тауыш үткәреүсәнлек (Звукопроницаемость) — материалдың тауыш үткәреүсәнлек һәләтлеге. Йылы үткәреүсәнлеге буйынса үҙағас өҫтөнлөклө булһа ла, тауыш үткәресәнлеге буйынса башҡа материалдарҙан ҡалыша. Шуға ла төҙөлөш өсөн ағас материалды файҙаланғанда диуарҙарҙы (стена) тауыш үткәреүсәнлеге түбән материалдар менән көпләйҙәр.
  • Электр үткәреүсәнлек (Электропроводность)— материалдың электр тогын үткәренү һәләтлеге. Үҙағастың был үҙсәнлеге туранан тура уның дымлылығына бәйләнгән.
  • Төҫө (Цвет) — үҙенсәлекле индикатор. Үҙағастың сифатын, йәшен һәм торошон күрһәтә. Сифатлы үҙағастың төҫө тигеҙ, таптары булмай. Үҙағаста таптар, тимгелдәр булыуы уның серей башлағанын күрһәтә. Үҙағастың төҫө атмосфера ушарттары арҡаһында ла үҙгәрергә мөмкин.

Шулай уҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. N.B. fossils show origins of wood, CBC.ca (August 12, 2011).
  2. Влажность древесины, дерева 2014 йыл 7 апрель архивланған.
  3. Петровский, B. C. Исследования образующей древесных стволов. // Лес. хоз-во. — 1964. — № 9. — С. 10—11.
  4. Теоретические основы сушки древесины после предварительной термохимической обработки
  5. Сушка древесины УКЛС-14-5, инфракрасная сушка древесины
  6. Изменение влажности древесины в процессе сушки
  7. Леонтьев Н. Л. Влияние влажности на физико-механические свойства древесины. Гослесбумиздат 1962, 114 с