Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
|
|
|
Һайланған мәҡәлә
|
Баһрам Гур фирүзә йәшел һарайҙа. 1524/1525 йылғы миниатюра. Герат мәктәбе. Метрополитен-музей, Нью-Йорк
«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Хафт пайкар) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән.
Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
|
|
4 февраль юбилярҙары
|
- Агишев Иҙел Миһран улы (1928—2008), телсе, лексиколог, йәмәғәтсе. 1964—1991 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты лексикография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).
- Әхмәт Лотфуллин (1928—10.07.2007), рәссам. 1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Сәнғәт академияһы академигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы. СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982).
- Макаров Агавий Григорьевич (1933), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1970—1979 һәм 1989—2002 йылдарҙа Ҡалтасы районының баш ветеринар табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар табибы. Сығышы менән Дүртөйлө районынан.
- Вәлиәхмәтов Рифат Миңләхмәт улы (1938—25.06.2014), ғалим-педагог. Хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетын ойоштороусы. Педагогия фәндәре кандидаты, профессор. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. СССР-ҙың мәғариф, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре, Физик культура һәм спорт отличнигы.
- Маликова Йондоҙ Таһир ҡыҙы (1948), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1992—2003 йылдарҙа Кушнаренко үҙәк район дауаханының баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Үлмәҫова Светлана Викторовна (1953—6.04.2009), спортсы. Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1978). Ике тапҡыр Европа (1978, 1982) һәм СССР (1975) чемпионы.
- Әҙиәтов Данис Ғәниәт улы (1958), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. Ҡариҙел районы Кирҙә ауыл участка дауаханаһының элекке баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
|
|